Эңер төшкәс, ҡояш байығас, бысраҡ һыу ҙа, сүп- сар ҙа түкмәйҙәр - бәрәкәт китә...
-Төнөн көҙгөгә ҡарарға ярамай. Йоҡо бүлмәһендә көҙгө булырға тейеш түгел, ул кешенең көсөн һура.
-Төш күрһәң изгегә юрарға кәрәк. Төштөң муйыны ҡыл кеүек, ҡайһылай борһаң- шулайға китә, ти халыҡ аҡылы. Сит кешегә лә һөйләргә ярамай төштө.
-Аҡты( һөттө) көн байығас кешегә бирмә- һыйырыңа зыян килер.
- Аҡсаны кис, ҡояш байығас, кешегә бирмәйҙәр- бәрәкәте китә.
-Ҡул арты ауыр кешегә мал, йә ҡош- ҡорт бирмәйҙәр, бирһәң уңмай, ҡото китә.
-Кисен иҙән һепермә, фәҡирлек килер.
-Эңер төшкәс, ҡояш байығас, бысраҡ һыу ҙа, сүп- сар ҙа түкмәйҙәр, бәрәкәт китә.
-Шишәмбе- ҡоро көн, яңы өйгә күсергә, өйләнергә ярамай.
-Шишәмбе, йома көндәрендә кер йыумағыҙ, юлға сыҡмағыҙ, оло эш башҡармағыҙ.
-Сәфәр- ҡоро ай, өйләнергә ярамай.
-Ай, йыл һуңында эш башламайҙар, оҙаҡҡа һуҙылып, ауыр барасаҡ.
Ҡыҙ күсеү, киленгә ҡарата тыйыуҙар:
-Ҡыҙ күскәндә ҡаҙ биреп ебәрергә ярамай. Бер алға, бер артҡа баҫа бит.
-Ҡыҙ артынан гөл биреп ебәрмәйҙәр- ғүмере ҡыҫҡа булыуы ихтимал.
-Ҡыҙ кеше кейәүгә киткәндә артына боролоп ҡарарға тейеш түгел. Ҡараһа- кире ҡайта.
-Йыл тормай килен маҡтамайҙар. Күҙ тейеп ҡуйыуы бар.
Кеше күңеленә бәйле тыйыуҙар:
-Ватыҡ көҙгөгә ҡарарға ярамай, күңелең китек булыр.
-Кешене нахаҡҡа ҡарғама- үҙеңә төшөр.
-Кешегә ҡаты бәрелмә, күңелен рәнйетеп ҡуйыуың бар. Кеше рәнйеше ҡарғыштан да яман.
-Бер нәмәгә лә аптырарға ярамай, нимәгә аптырайһың- шул алдыңа килә.
Ырым- ышаныуҙар:
-Яҙ еткәс, арба юлы төшмәҫ борон, йәш ҡолон күрергә кәрәк. Шул саҡта йыл буйы ҡолон шикелле еңел йөрөрһөң, һау- сәләмәт булырһың.
-Ат һатҡанда, хужа һатып алыусыға уны йүгәне менән тоттора. Ҡото китмәһен тип, малды һарайҙан арты менән сығаралар.
-Һатҡан саҡта малдың ҡотон алып ҡалалар. Ҡурала ҡалған мал өҙөлмәһен өсөн, өс тапҡыр:" Ҡотоңдо алам", - тип ҡабатлап, һырт буйынан, һыйыр малы һатҡанда- мөгөҙ төбөнән өс тапҡыр берәр семтем йөнөн йолҡоп, ҡура егенә ҡыҫтыралар.
Тупһаға, ишек башына даға ҡағыу йолаһы бар. Кешенең яман уйы, яман һүҙе шул дағаға эләгеп ҡала тип һанала. Даға ен- шайтандарҙан да һаҡлай. Уны ҡаҡҡан саҡта:
-Шайтан килмәһен өсөн,
Хәрәм кермәһен өсөн,
Тел- теш баҫмаһын өсөн,
Бәрәкәт ҡасмаһын өсөн,-
тип теләк һамаҡлайҙар. Ул даға яңы түгел, ә ат тояғынан төшөп ҡалған булырға тейеш, сөнки ҡатынан да ҡаты- ат тояғы ҡаты тип һаналған.
-Кемде лә булһа оҙатҡас, өйгә буш ҡул менән инһәң- юлға сыҡҡан кешенең юлы уңмай. Бер ҡосаҡ утын булһа ла күтәреп инергә кәрәк.
- Сәфәргә киткән кеше күрешмәйенсә китһә- тиҙ әйләнеп ҡайтып күрешеүгә, ти.
- Юлға сығыусы өйҙә үҙенең һынығын ҡалдырһа- тиҙ әйләнеп ҡайта.
-Сәфәргә китеүсенең артынан уҡ иҙән һеперергә ярамай.
- Юлға сығыр алдынан күнәктәргә мөлдөрәмә итеп һыу тултырып ҡуйһаң- юлың уңа.